Татарча котлаулар
“Табын җырлары” китабы бүләккә
Табын ашлары рецептлары
Аш су рецептлары

Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Башҡортса ҡотлауҙар

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!

Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булганга.

Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!

Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,

Был донъя шундай яҡты һин булғанда.
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!

Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре Үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
Булһын тормош күгендә.

Ғине ғажап тормош көтә,
Алларыңда юлдың олоһо булһын.
Ғандуғастар бары юлдаш булһын,
Балам, бөгөнгеләй йылмайып йәшә,

Күңелеңдә нурлар уйнаһын,
АуырлыктарҺы һистә тойма һин.
Көнөң яќты булһын,
Төнөң татлы булһын.
Уйна ла көл, әле йәш сағыңда.

Һинең әле шундай сағың
Паҡлы, сибәр сағың.
Онотма шундай сағыңды,
Ҡабатланмаҫ ул тағын.

Ҡабатланмаҫ сағыңдың һин
Ҡәҙерен белеп кенә йәшә бер үк,
Был донъяла һөйөп-һөйөлөп кенә.
Яҙҙарҙан дәрт, наҙҙар алып,
Йәйҙәрҙән сафлыҡ алып,

Аҡ буранлы аҡ ҡыштарҙан
Йәнеңә паҡлыҡ алып.
Шулай йәшәһәң генә
Гүмерең гөрләп уҙар.

Бәхет ҡошо ҡулын һуҙып,
Ҡаршыңа килеп сығыр!

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Pages: 1 2 3 4 5 6 7 8 9

Безнең төймәләр
Дешевый хостинг

Сайтның дуслары

Здоровый образ жизни | .

© 2018-2021.Сайтта кулланылган язмалар, ачык интернет челтәреннән җыелган. Әгәр сезнең язмага авторлык хокукы бар һәм сез аны безнең сайтта булуына каршысыз ягъни бүтән тәкъдимнәрегез булса, "безнең белән элемтә" төймәсе аша хәбәр итүегезне сорыйбыз.