Татарча котлаулар
“Табын җырлары” китабы бүләккә
Табын ашлары рецептлары
Аш су рецептлары


Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Поздравления с днем рождения на башкирском

Тыуған көндәр йылда ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

… йәш — ул ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңде әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.

Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күнме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.

Тыуған көнөң гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең күңел түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Дуҫтарың булһын йәнәшә!

Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Нәфис сәскәләр тиҙ ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Һыуынмаҫтыр, йылы торор ул.
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
… йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.

Бар уйҙарым һиндә генә,
Һинең өсөн тын алам.
Иртә-кисен ҡабатлайым:
“Тик иҫән-һау бул, балам”.

Әрнеүҙәрем, рәнйеүҙәрем,
Һағышым менән ҡалам.
Доға итеп ҡабатлайым:
“Тик иҫән-һау бул, балам”.

Изге уйлы кешеләрҙең
Уртаһында бул, балам…
Илатһаң да, рәнйетһәң дә,
Иҫәнлек теләп ҡалам.

Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин
Ғүмереңден һәр бер иртәһен.

Дуҫтарымды һыйлайым.
Ҡотланылар мине улар,
Сәскә бүләк иттеләр.
Иң изге теләктәрҙе лә
Ҡосаҡ-ҡосаҡ һиптеләр.

… йәш күп тә, аҙ ҙа түгел,
Күңелгенәң һис тә төшмәһен,
Һиңә насип булған бәхет, шатлыҡ,
Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.

Тыуган көнең ҡотло булһын,
Хоҙай һиңә һаулыҡ бирһен.
Барыр юлың ырыҫлы булһын,
Алтмышта ла, етмештә лә

Дуҫ-иштәре ишле булһын,
Рухи донъяң көслө булһын.

Ғүмер буйы балаларың өсөн
Йәлләмәнең йөрәк йылыңды.
Ярҙам ҡулы һуҙҙың һәр ваҡытта,
Уйламаның үҙең хаҡында.

Pages: 1 2 3 4 5 6 7 8 9

Безнең төймәләр
Дешевый хостинг

Сайтның дуслары

Здоровый образ жизни | .

© 2018-2021.Сайтта кулланылган язмалар, ачык интернет челтәреннән җыелган. Әгәр сезнең язмага авторлык хокукы бар һәм сез аны безнең сайтта булуына каршысыз ягъни бүтән тәкъдимнәрегез булса, "безнең белән элемтә" төймәсе аша хәбәр итүегезне сорыйбыз.