Татарча котлаулар
“Табын җырлары” китабы бүләккә
Табын ашлары рецептлары
Аш су рецептлары

Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Поздравления на башкирском в прозе

Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ – әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе – әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге – иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.

Әйҙә әле, рәхмәт һүҙен яҙып,
Алдарыңа таждар сәсәйем.
Ғүмеремә һиңә бурыслымын,
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Әйҙә, алтын ҡояш нурҙарынан
Юлдарыңа келәм йәйәйем,
Ҡояшы ла һинһеҙ яҡты түгел,
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Бейек күктән йондоҙҙарҙы урлап,
Һиңә генә бүләк итәйем.
Йондоҙҙар ҙа хатта бурысымды
Ҡаплап бөтә алмаҫ, әсәйем…

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!

Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.

Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һире яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!

Тыуған көнөң менән!!!!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һиндәй ағай менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.

Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлығтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтырһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдыү изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит

Атай һәм әсәй, бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн мең рәхмәтлебеҙ! Һеҙ беҙгә кәрәк тә, терәк тә, үрнәк тә! Киләсәктә лә туғандарығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың ихтирам – иғтибарын тойоп, ҡәҙер – хөрмәттә йәшәгеҙ! Барлыҡ эшләгән яҡшылыҡ һәм излелектәрегеҙ сауап булып ҡайтһын, һеҙгә бәхетле ҡартлыҡ насип итһен! Ауырымай – һыҙланмай, тыуған йортобоҙҙоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, оҙон – оҙаҡ йәшәгеҙ! Беҙ һеҙ булғанға бәхетлебеҙ, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын

Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,
иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын!Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,
иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын!

-Ҡәҙерлеләребеҙҙе тыуған көндәре менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Fүмер миҙгелдәренең матур байрамында атай-әсәйебеҙгә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп.
Иң изге теләктәр менән – ҡыҙҙарығыҙ

Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

Тормош юлың һинең балкып торһон,
Бәхет, шатлык булһын күңелдә.
Һаулык, озон гүмер теләп
Булайык бергә гүмер-гүмергә.

Pages: 1 2 3 4 5 6 7 8 9

Безнең төймәләр
Дешевый хостинг

Сайтның дуслары

Здоровый образ жизни | .

© 2018-2021.Сайтта кулланылган язмалар, ачык интернет челтәреннән җыелган. Әгәр сезнең язмага авторлык хокукы бар һәм сез аны безнең сайтта булуына каршысыз ягъни бүтән тәкъдимнәрегез булса, "безнең белән элемтә" төймәсе аша хәбәр итүегезне сорыйбыз.