Татарча котлаулар
“Табын җырлары” китабы бүләккә
Табын ашлары рецептлары
Аш су рецептлары

Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Поздравления на башкирском языке

Тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо маяҡ булып яҡтыртып тора.
Иҫән-һау гына булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
булһын тормош күгендә.


Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһын,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон гүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер кайғыһыҙ үтһен гүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.

Һинең әле шундай сағың
Паҡлы, сибәр сағың.
Онотма шундай сағыңды,
Ҡабатланмаҫ ул тағын.
Ҡабатланмаҫ сағыңдың һин
Ҡәҙерен белеп кенә йәшә бер үк,
Был донъяла һөйөп-һөйөлөп кенә.
Яҙҙарҙан дәрт, наҙҙар алып,
Йәйҙәрҙән сафлыҡ алып,
Аҡ буранлы аҡ ҡыштарҙан
Йәнеңә паҡлыҡ алып.
Шулай йәшәһәң генә
Гүмерең гөрләп уҙар.
Бәхет ҡошо ҡулын һуҙып,
Ҡаршыңа килеп сығыр!

Яҙ байрамы төҫлө, наҙлы шул һеҙ,
Куҙ алмаҫлыҡ, хуш китерлек —
матур бит һеҙ
Нескә күңелле, ысын саф һәм көслө
Яҙ ҡояшындай йылы, нурлы бит һез
Бөгөн күркәм байрам көндө
Нурлы булып янһын һеҙҙең күҙҙәр.
Ысын йөрәктән ҡотлайым һеҙҙе
Һеҙҙең менән тормош йәмлерәк.

Оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр
Беҙҙән һеҙгә теләктәр.
Ошо ҡыҙыл розалар,
Булһын һеҙгә бүләккә!

Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туганға,
һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.

Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.

Pages: 1 2 3 4 5 6 7 8 9

Безнең төймәләр
Дешевый хостинг

Сайтның дуслары

Здоровый образ жизни | .

© 2018-2021.Сайтта кулланылган язмалар, ачык интернет челтәреннән җыелган. Әгәр сезнең язмага авторлык хокукы бар һәм сез аны безнең сайтта булуына каршысыз ягъни бүтән тәкъдимнәрегез булса, "безнең белән элемтә" төймәсе аша хәбәр итүегезне сорыйбыз.