Татарча котлаулар
“Табын җырлары” китабы бүләккә
Табын ашлары рецептлары
Аш су рецептлары


Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Поздравления маме с днем рождения на башкирском языке

Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.
Әсәйҙәр күҙе — иэ матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе — иэ наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр иэ дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар иң яҡшы серҙәш.
Иң нескә күңел, иң саф, ҙур йөрәк,
Иң ҡайнар һөйөү, иң изге теләк.
Иң йылы ҡуйын — Тик әсәйҙәрҙә.
Бәхет бар улар булган өйҙәрҙә.
Йәшәү йәмен һеҙ биргән бит беҙгә.
Әсәйҙәр, рәхмәт, мең рәхмәт һеҙгә!

Ҡәҙерле, Әсәкәйем!!!!
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!

Әсәйем уңған,сибәр,
Ҡулдары ла наҙлы шул.
Әҙерләгән аш-һыуҙары
Тел йоторлоҡ тәмле шул.

Ул бәйләгән ойоҡбаштар
Аяғымды йылыта.
Буранлы һыуыҡ ҡышта ла
Күңелдәрҙе иретә.

Бала саҡтан һеңгән уның
Йырҙары күңелдәргә.
Иң ҡәҙерле, изге һүҙҙәр
Барыһы – әсәйҙәргә.

Көтөп алдым тыуған көндө,
Йыйылдылар дуҫтарым.
Тәмле бәлеш, торттар менән

Әсәйемә мин тормошомда һуңғы емеш, һуңғы емеш.
Күпме балалар араһында иң һуңғыһы, һуңғы өлөш.
Иң ҡәҙерлем, иң һөйөклөм, иң яғымлым, әсәйем, һин.
Рәхмәтемде белдерергә тагы ниҙәр әйтәйем һуң?

Ҡуйыныңда ғына үҫтерҙең гүмерең буйы айырманың.
Ай ҡояштан алған кеүек, һүрелмәҫлек нурҙар алдым.
Күҙҙәреңдең яҡтылығы хәтерләтте аяҙ күкте.
Изгелекте, игелекте улар миңә бирҙе күпме.

…Әйтерһең дә, ожмах һыуы кеүек
Һинең наҙлап яһаған сәйең,
Ҡайтҡан һайын сәйҙәр эсерергә
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Был һүҙҙәрҙе ҡабатлайым һәр саҡ:
Көҙөн, ҡышын, яҙын һәм йәйен,
Был донъяла йәшәү көсө биргән
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Эй, ҡәҙерле әсәкәйем,

Бер үҙеңә өс бала.

Өс бала, өс яҙмыш

Күңелеңә һыя ала.

Әсәйем, ҡәҙерлем,

Һиңә рәхмәт йырын йырлайым.

Оҙон ғүмер һиңә теләйем,

Әсәйем, ҡәҙерлем.

Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп,

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин күрәһең.

Ҡайғыларҙы таратырлыҡ

Һүҙҙәр табып, көс бирәһең.

Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,
иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын!
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күнме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.

Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!

Pages: 1 2 3 4 5 6 7 8 9

Безнең төймәләр
Дешевый хостинг

Сайтның дуслары

Здоровый образ жизни | .

© 2018-2021.Сайтта кулланылган язмалар, ачык интернет челтәреннән җыелган. Әгәр сезнең язмага авторлык хокукы бар һәм сез аны безнең сайтта булуына каршысыз ягъни бүтән тәкъдимнәрегез булса, "безнең белән элемтә" төймәсе аша хәбәр итүегезне сорыйбыз.