Татарча котлаулар
“Табын җырлары” китабы бүләккә
Табын ашлары рецептлары
Аш су рецептлары

Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Поздравления папы на башкирском языке

Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

Һинең янда шундай ышыҡ,
Һинең янда шундай йылы.
Күҙҙәреңдән,әйтерһең дә,
Ағыла һымаҡ ҡояш нуры.

Сәстәреңә ипләп кенә,
Саф ҡырауҙар тейеп үткән.
Әллә көҙгө шаян елдәр
Күкһел томандарҙы һирпкән.

Һайрамайҙар былбыл ҡоштар,
Талдар ҙа ҡалған моңайып.
Моңһоу көҙгә йәм өҫтәргә
Һин тыуғанһыңдыр ,моғайын.

Атай,атай,һиндәй Кеше
Минең өсөн берәү генә.
Атай,атай,исемеңде
Яҙып ҡуйҙым йөрәгемә.

Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,
Атай – әсәй, һәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар һайын ҡайтған пар аҡҡоштар,
Осһон әле һеҙҙән көнләшеп!

Ғәзиз атай! Һине матур байрамың менән ысын йөрәктән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һау­лыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың һәм беҙҙең оло ихтирамыбыҙҙы тойоп, оҙон- оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Киләсәктә лә әлегеләй аҡыллы, өлгөлө, иғтибарлы, ярҙам­сыл булып ҡал.

Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта.

Ҡояш ҡалҡа – Ай байый,
Ғүмер утә көн һайын.
Ай ҡалка -Ҡояш байый,
Һағынам һине көн һайын.

Йөрәк тибә минут һайын,
Һиңә тибә! – Һөйәм тибә.
Йылдар үтә ай һайын,
Көтәм һине минут һайын.

Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡты һин булғанда.
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре Үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Изге йөрәкле ул, хәс тәрлекле атай, булдыҡлы гаилә башлығы, таянырлыҡ ағай булыуың менән һоҡлан дыраһың һин беҙҙе. ышаныслы дуҫ, көслө ихтыярлы шәхес булыуыңа, тәүәккәл һәм дөрөҫлөктө яратыуыңа ғорурланабыҙ. Тәбиғәткә көҙ һарыһы һырыла башлаған осорҙа донъяға килһәң дә, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙгә тормош һуҡмаҡтарынан ҡурсалай, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә.
Киләсәктә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙа-рың менән йәнәш атларға яҙһын.
Котлайым һине тыуган көнең менән,
Күззәреңдә нурзар һүнмәһен.
Бөгенгеләй гел йылмаеп тор
Йөзең кайгы – хәсрәт күрмәһен.

Тормош юлың һинең балкып торһон,
Бәхет, шатлык булһын күңелдә.
Һаулык, озон гүмер теләп
Булайык бергә гүмер-гүмергә.

Pages: 1 2 3 4 5 6 7 8 9

Безнең төймәләр
Дешевый хостинг

Сайтның дуслары

Здоровый образ жизни | .

© 2018-2021.Сайтта кулланылган язмалар, ачык интернет челтәреннән җыелган. Әгәр сезнең язмага авторлык хокукы бар һәм сез аны безнең сайтта булуына каршысыз ягъни бүтән тәкъдимнәрегез булса, "безнең белән элемтә" төймәсе аша хәбәр итүегезне сорыйбыз.