Татарча котлаулар
“Табын җырлары” китабы бүләккә
Табын ашлары рецептлары
Аш су рецептлары

Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Поздравления с юбилеем на башкирском языке

20 йәш!
20 йәш ул, май айының үҙе кеүек, иң дәртле,
иң көслө, иҫ китмәле шәп, гүзәл, күңелле сағы.
Бәхетең тулы, ул көндән көн артһын, мәхәббәт шишмәң саф булһын.
Йөрәгеңә лә, беләгеңә лә ил таянырҙай көс ҡеүәт өҫтәлһен.
Рәхмәт һиңә һәр ваҡыт яҡты йөҙөн, тәмле һүҙҙәрең менән ҡаршылағаның өсөн.
Киләсәктә лә ул хазинаңдың шишмәһе һайыҡмаһын, ауырлыҡтар килмәһен.
Балаларың башлы-күҙле булып үҙең кеүек матур тормош ҡорһон.
Өйөң бәхеттән нурга сумһын.

45 йәш!
Ҡәҙерлебеҙ! һине 45 йәшлек матур юби лейың — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осороң етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәрғә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк- таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!
Тормош һуҡмағынан ғорур атла, Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама, һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә Яҡындарың менән йәнәшә.

50 йәш — ул ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңде әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Тәбрикләйбеҙ юбилейығыҙ менән,
50 йәш — ул сәскә саҡ ҡына!
Донъя имен, йәнегеҙ тыныс булып
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,
Йәшә һин шулай йөҙгәсә.

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! 55 йәш ул ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына,
тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына.
Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы,
күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшә үеңде теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булганга.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!

——————70 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн. Оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Сәстәреңә, әсәй, сал керһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, ауырымайынса,
Һин – был донъяла бер генә.
Иң изге теләктәр менән – .

Әсәйем уңған,сибәр,

Ҡулдары ла наҙлы шул.

Әҙерләгән аш-һыуҙары

Тел йоторлоҡ тәмле шул.

Ул бәйләгән ойоҡбаштар

Аяғымды йылыта.

Буранлы һыуыҡ ҡышта ла

Күңелдәрҙе иретә.

Бала саҡтан һеңгән уның

Йырҙары күңелдәргә.

Иң ҡәҙерле, изге һүҙҙәр

Барыһы – әсәйҙәргә.

Көтөп алдым тыуған көндө,

Йыйылдылар дуҫтарым.

Тәмле бәлеш, торттар менән

———— күркәм юбилейы – 70 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуа­ныс­тар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн.
Һин булғанға беҙҙең тормош
матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул –
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән

70 йәш!
Ынйы ҡарлы ҡыштың ҡояшлы көндә-ренең береһендә
беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған кешебеҙ 70 йәшлек
Күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һинән көс һәм илһам алабыҙ.
Бар мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйын,
йышыраҡ һинең янға ҡайтырға ашығабыҙ,
һин беҙҙе һәр ваҡыт нурлы йөҙөң,
телеңде йоторлоҡ ризыҡтарың менән ҡаршы алаһың,
йөрәгең тулы наҙыңды беҙгә өләшәһең.

Котло булһын юбилейың,
Һиңә бүген етмеш йәш.
Сирләмә, гел йылмайып тор
Йөзең булһын гел йэп-йэш.

Тыуған көнөң менән ҡотлайым! … йыл элек ата-әсәйең һиңә, кешелә була торған иң ҡиммәтле нәмәне – ғүмер бүләк иткән. Бүләгеңде юҡҡа сарыф итмә, уны мәғәнәгә, бәхетле көндәргә, мөхәббәткә һәм ҡыҙыҡлы мажараларға тултырып йәшә. Һәр саҡ йөрәгеңде тыңла. Хыялдарыңды тормошҡа ашырған һайын, үҙең менән сикһеҙ ғорурланып: “Эйе! Мин быны булдырҙым!” – тип шатлыҡтан ҡысҡырырға яҙһын. Башҡарған һәр эшеңдән күңелең ҡанатланһын, эсеңдәге күбәләктәр танго бейеһен. Көс-ҡеүәтеңде һәм һәләтеңде донъяға бүләк ит. Һөйөү һәм намыҫ менән йәшә. 90 йәште ҡыуған саҡта, артыңа әйләнеп: “Бына был, исмаһам, ғүмер!” – тип әйтә алырлыҡ булһын.

Бөгөн иң тылсымлы көн – һинең тыуған көнөң! Йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарымды ҡабул итеп ал. Был көндә һиңә иң-иң яҡшы теләктәрҙе генә теләйәсәктәр: ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сағыу тормош… Ә мин, һине ҡанатландырған хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйем. Тормош һуҡмағынан атлағанда, тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек һәм киң күңеллелек, бигерәк тә, мөхәббәт һинең менән йәнәш атлаһын. Сөнки тап мөхәббәт беҙҙе көслө итә. Тормош, бәлки, ябай әйбер түгелдер ҙә, тик беҙ бит уның тәмен тойор өсөн йәшәйбеҙ. Һин дә уның тәмен тойоп, тулҡындары менән ярышып, тулы бәхеткә ҡойоноп йәшә. Һәм ошо бәхетең башҡа миллион халыҡты дәртләндерһен. Тыуған көнөң менән!

Хөрмәтле …. һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайым. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәммәһелә ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ.

Бөгөн һинең матур тормош байрамың! Тыуған көнөң! Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым, донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйем! Барыһы ла һәйбәт булһын!

Pages: 1 2 3 4 5 6 7 8 9

Безнең төймәләр
Дешевый хостинг

Сайтның дуслары

Здоровый образ жизни | .

© 2018-2021.Сайтта кулланылган язмалар, ачык интернет челтәреннән җыелган. Әгәр сезнең язмага авторлык хокукы бар һәм сез аны безнең сайтта булуына каршысыз ягъни бүтән тәкъдимнәрегез булса, "безнең белән элемтә" төймәсе аша хәбәр итүегезне сорыйбыз.