Татарча котлаулар
“Табын җырлары” китабы бүләккә
Табын ашлары рецептлары
Аш су рецептлары

Әти-әнинеӘтинеӘнинеӘби-бабайныТуганнарныАбыйныАпаныЭненкәшнеСеңелкәшнеБалаларныСөеклеләрнеДусларны

Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһын,

Яғымлы, шат булһын күңелең.

Оҙон гүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Бер кайғыһыҙ үтһен гүмерең.

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.

Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,

Ошо бәхет ситләп үтмәһен.

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,

Ҡылған эшең — бары изгелек.

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,

Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.

Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,

Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Ер йөҙөнең бөтә матурлығын

Килә hиңә буләк итәhе.

Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә

Иң йылыhын килә әйтәhе.

Яҙ байрамы төҫлө, наҙлы шул һеҙ,

Куҙ алмаҫлыҡ, хуш китерлек —

матур бит һеҙ

Нескә күңелле, ысын саф һәм көслө

Яҙ ҡояшындай йылы, нурлы бит һез

Бөгөн күркәм байрам көндө

Нурлы булып янһын һеҙҙең күҙҙәр.

Ысын йөрәктән ҡотлайым һеҙҙе

Һеҙҙең менән тормош йәмлерәк.

Һинең әле шундай сағың

Паҡлы, сибәр сағың.

Онотма шундай сағыңды,

Ҡабатланмаҫ ул тағын.

Ҡабатланмаҫ сағыңдың һин

Ҡәҙерен белеп кенә йәшә бер үк,

Был донъяла һөйөп-һөйөлөп кенә.

Яҙҙарҙан дәрт, наҙҙар алып,

Йәйҙәрҙән сафлыҡ алып,

Аҡ буранлы аҡ ҡыштарҙан

Йәнеңә паҡлыҡ алып.

Шулай йәшәһәң генә

Гүмерең гөрләп уҙар.

Бәхет ҡошо ҡулын һуҙып,

Ҡаршыңа килеп сығыр!

Ҡояш ҡалҡа – Ай байый,

Ғүмер утә көн һайын.

Ай ҡалка -Ҡояш байый,

Һағынам һине көн һайын.

 

Йөрәк тибә минут һайын,

Һиңә тибә! – Һөйәм тибә.

Йылдар үтә ай һайын,

Көтәм һине минут һайын.

Улым!

Ғине ғажап тормош көтә,

Алларыңда юлдың оҺоно булһын.

Ғандуғастар бары юлдаш булһын,

Балам, бөгөнгеләй йылмайып йәшә,

Күңелеңдә нурлар уйнаһын,

АуырлыктарҺы һистә тойма һин.

Көнөң яќты булһын,

Төнөң татлы булһын.

Уйна ла көл, әле йәш сағыңда.

***

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле ағайым!

Тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлай¬быҙ.

һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо маяҡ булып яҡтыртып тора.

Иҫән-һау гына булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп оҙаҡ йәшәргә яҙһын.

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе

Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.

Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш

булһын тормош күгендә.

Аҡ, изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер

һәм ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа,

беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай,

дуҫтарына, туғандарына күңел йылыһын өләшә.

Башҡортса ҡотлауҙар күсәргә >>> 

Безнең төймәләр
Дешевый хостинг

Сайтның дуслары

Здоровый образ жизни | .

© 2018-2021.Сайтта кулланылган язмалар, ачык интернет челтәреннән җыелган. Әгәр сезнең язмага авторлык хокукы бар һәм сез аны безнең сайтта булуына каршысыз ягъни бүтән тәкъдимнәрегез булса, "безнең белән элемтә" төймәсе аша хәбәр итүегезне сорыйбыз.